

Миләүшә Байғужина, Гөлназ Баймырҙина, Лидия Дәүләтбаева һәм Ләйсән Толобаева Бәләкәй принцессалар балында ҡатнашты.
Сара бөгөн Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Башҡортостан Башлығының хәләл ефете, "Бәхет биләмәһе" хәйриә фондының попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбирова патронажы аҫтында уҙҙы. Бәләкәй принцессалар өсөн оҫталыҡ дәрестәре, ижади күргәҙмәләр, күренекле кешеләр менән осрашыуҙар, өлкәндәр өсөн тренингтар һәм театр тамашаһы ойошторолдо.