СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
9 Март 2023, 11:09

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары лагерҙа бушлай ял итә ала

  

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары лагерҙа бушлай ял итә алаМахсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары лагерҙа бушлай ял итә ала
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары лагерҙа бушлай ял итә ала

Хөрмәтле ата-әсәләр (законлы вәкилдәр)! Хәйбулла районының Мәғариф идаралығы хәбәр итеүенсә, БР Төбәк өҫтәмә белем биреү методик үҙәге махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары өсөн бушлай путевкалар бирә.

Бының өсөн:

1) Хәйбулла районында уҡыған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына бушлай путевка алыу өсөн Мәғариф идаралығына мөрәжәғәт итергә кәрәк.

2) Бушлай путевка алыусылар - Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә йәшәүсе, уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алынған йәки тәрбиәгә алынған граждандарҙың балалары.

3) Путевка 15 йәшкә тиклемге балалар өсөн, календарь йылда бер тапҡырҙан күп түгел һәм БР Мәғариф һәм фән министрлығына бирелгән бюджет средстволары лимиты сиктәрендә бирелә.

4) Сменалар Башҡортостан Республикаһы территорияһындағы бер лагерҙа 7 көндән дә кәмерәк булмаҫҡа, әммә 14 календарь көндән артмаҫҡа тейеш.

5) Башҡортостан Республикаһының дәүләт дөйөм белем биреү ойошмаларында уҡыған балаларҙың ата-әсәләренә бушлай путевка алыу өсөн 8(347)292-16-94 телефоны буйынса БР Төбәк өҫтәмә белем биреү методик үҙәгенә (электрон почтаһы rmcrb02@mail.ru) мөрәжәғәт итергә кәрәк. Һорауҙар менән БР Хәйбулла районы Мәғариф идаралығының 19-сы кабинетына мөрәжәғәт итергә мөмкин: Телефон: 8(34758)2-17-64 (Нарбутин А.З.) 

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас