

Район мәҙәниәт йортонда Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған “Һеҙ булған ерҙә бәхет бар...” тип аталған байрам концерты уҙҙы. Был көндө бөтә ҡатын-ҡыҙҙар ҙа матур ҡотлауҙар һәм теләктәр, бүләктәр, сәскәләр һәм иғтибар ала.
Йылы ҡотлау һүҙҙәре Хәйбулла районы хакимите башлығының беренсе урынбаҫары Илмир Ҡотоевтан яңғыраны. Ул ирекмәндәргә, йәш гвардиясыларға, хәрби комиссариат белгестәренә Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Йәш гвардиясылар Айгөл Байсурина, Филүзә Ишемғолова, Әлфиә Шайлина, Рәзилә Ишназарова, Зилиә Адрахманова "Тәү сиратта төҙөкләндерелергә тейешле йәмәғәт биләмәләрен һайлау буйынса икенсе бөтә Рәсәй тауыш биреүен үткәреүҙә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн" БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетынан рәхмәт хаттарын алды.
Шулай уҡ "#БеҙБергә Бөтә Рәсәй үҙ-ара ярҙам акцияһын тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашҡаны һәм Covid-19 коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәшкә индергән өлөшө өсөн" Айгөл Байсурина менән Филүзә Ишемғолова, ә "Башҡортостан Республикаһы территорияһында йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыуға айырыуса ҙур өлөш индергән өсөн" Айгөл Байсурина маҡтау ҡағыҙҙары менән тәбрикләнде.
Артабан ҡунаҡтар өсөн район мәҙәниәт йортоноң ижади коллективтары һәм артистары, Й.Иҫәнбаев исемендәге Аҡъяр балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусылары ҡатнашлығында концерт ойошторолдо. Был иҫ киткес байрам ысын мәғәнәһендә иң яҡшы бүләк - һоҡланғыс ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы яратыу билдәһе булды. Мәҙәниәт йорто фойеһында байрам хөрмәтенә урындағы һөнәрселәр ҡул эштәре йәрминкәһен ойошторҙо. Йәрминкәлә Йәш Гвардияның урындағы бүлексәһе етәксеһе Айгөл Байсурина ҡатнашты.