

Башҡортостанда йәшәүсе Альбина Хәйҙәршина «Герой-әсә» исеменә лайыҡ булды. Награданы бөгөн, 8 мартта, Рәсәй президенты Владимир Путин тапшырҙы. Бүләкләнеүсе республикала беренсе һәм Рәсәйҙә ошо исемгә лайыҡ булған унынсы кеше.
Альбина Хәйҙәршина - Балтас районынан. Хәләл ефете Винер менән улар 13 баланың ата-әсәһе. Хәйҙәршиндар өсөн «Герой-әсә» наградаһы президент ҡулынан беренселәрҙән түгел. 2014 йылда Владимир Путин күп балалы ғаиләгә «Ата-әсәлек даны» орденын тапшырҙы.
Владимир Путин 2022 йылдың 15 авгусында «Герой-әсә» исемен тергеҙеү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Исем 1944 йылда булдырылған, һуңғы тапҡыр ул 1991 йылдың 14 ноябрендә тапшырылған. Юғары наградаға 10 һәм унан күберәк бала табыусы һәм тәрбиәләүсе Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙары лайыҡ була.