

Радий Хәбиров биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән 17 ҡатын-ҡыҙҙы «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Тейешле документ республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Баймаҡ, Баҡалы, Балаҡатай, Бишбүләк, Дүртөйлө, Ишембай, Кушнаренко, Миәкә, Нуриман, Хәйбулла райондарынан, шулай уҡ Сибай ҡалаһынан 17 ҡатын-ҡыҙ наградаға тәҡдим ителгән. Улар иҫәбендә Хәйбулла районынан Алһыу Әбделмәнова һәм Зәкинә Ҡолсонбаева бар.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгән күп балалы әсәләргә бер тапҡыр 50 мең һум аҡса бирелә. Быға тиклем ошо түләүҙең күләме 17 241 һум ине. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, миҙал 1998 йылда булдырылған.