Күп балалы Айгөл һәм Нәргис Әминевтарға район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға танытма тапшырҙы. Ярайһы ғына ҙур күләмдәге дәүләт ярҙамын ишле ғаилә фатир һатып алыуға иғәнә инеп индерә йәки шәхси йорт һалыуға тотона ала.
-Был бик ҙур ярҙам! Ул һеҙҙең ғаиләне тағы ла нығытыуға стимул булырына ышанам. Бәхетле тормош, именлек, мөхәббәт, бәрәкәт, тыныс күк йөҙө теләйем! – тине Рөстәм Динислам улы Әминевтарҙы ҡотлап.
Автор:Гульдар Кадаева.