СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
21 Февраль 2023, 11:56

Владимир Путин хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен арттырыу тураһында хәбәр итте

       

Владимир Путин хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен арттырыу тураһында хәбәр иттеВладимир Путин хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен арттырыу тураһында хәбәр итте
Владимир Путин хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен арттырыу тураһында хәбәр итте

Минималь эш хаҡы күләме артасаҡ. Рәсәй президенты Владимир Путин бөгөн, 21 февралдә, Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә ошо хаҡта белдерҙе. Рәсәй Хөкүмәте һәм төбәктәр алдына Рәсәйҙә хеҙмәт хаҡының һиҙелерлек һәм реаль үҫешен тәьмин итеү бурысы ҡуйылды, тип билдәләне дәүләт башлығы. Һәм бында мөһим индикатор - минималь эш хаҡы күләме, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Владимир Путин.

«Уҙған йылда минималь эш хаҡы күләме ике тапҡыр арттырылды. Артабан да хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен арттырырбыҙ. Өҫтәүенә инфляциянан һәм эш хаҡының артыу темптары менән юғарыраҡ. Йыл башынан хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме 6,3% индексацияланды. 2024 йылдың 1 ғинуарынан планлаштырылған арттырыуға өҫтәп тағы берҙе - өҫтәмә 10%-ҡа арттырырға тәҡдим итәм. Шулай итеп, минималь эш хаҡы күләме 18,5%-ҡа артып, 19 242 һум була», - тине Владимир Путин.

Башҡортостанда 1 ғинуарҙан йәшәү минимумы, эшләмәгән пенсионерҙар өсөн страховка пенсиялары һәм минималь эш хаҡы күләме артты. 2022 йыл өсөн индексация ике этапта - 2022 йылдың 1 июненән 10% һәм 2023 йылдың 1 ғинуарынан уҙғарылды. Әйтәйек, 1 ғинуарҙан страховка пенсияһы тағы 4,8%, йәшәү минимумы - 3,3%, ә хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме 6,3% артҡан, тип хәбәр итте «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

 

 

Фото:Ксения Калинина
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас