СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
21 Февраль 2023, 15:15

2024 йылда республикала МРОТ күләменең күмпегә артыуы билдәле булды

     

2024 йылда республикала МРОТ күләменең күмпегә артыуы билдәле булды2024 йылда республикала МРОТ күләменең күмпегә артыуы билдәле булды
2024 йылда республикала МРОТ күләменең күмпегә артыуы билдәле булды

«Бөгөнгө Мөрәжәғәтнамә барышында Владимир Путин 2024 йылдың 1 ғинуарынан минималь хеҙмәт хаҡы күләменең 18,5%-ҡа артыуын белдерҙе. Был, бер йылдан минималь эш хаҡы күләме Рәсәйҙә - 19 242 һум, ә Башҡортостанда, район коэффициентын иҫәпкә алғанда, 23 389 һум тәшкил итәсәк, тигәнде аңлата, - тип белдерҙе БР ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Юрий Мельников. - Йәғни хеҙмәткәр бөтә йөкләмәләрен үтәгәндә һәм тулы ай өсөн эш ваҡыты нормаһын эшләгәндә эш биреүсенең 2024 йылдан кәмерәк сумма түләү хоҡуғы юҡ. Был бөтә граждандар һәм халыҡтың килеме кимәле өсөн яуап биргән беҙҙең министрлыҡ өсөн бик яҡшы яңылыҡ, сөнки минималь эш хаҡы кимәлен күтәреү эш биреүселәрҙең үҙ хеҙмәткәрҙәре өсөн страховка суммаһын да арттыра (был хеҙмәткәрҙең буласаҡ пенсияһына гарантия һәм уны төрлө страховка осраҡтарынан яҡлау), бюджеттың һалым өлөшөн арттыра, һәм, әлбиттә, граждандарҙың үҙҙәренең килем кимәлен күтәреүгә булышлыҡ итә. Сөнки дәүләт власы органдарының төп бурысы - халыҡтың реаль килемен үҫтереү, илдә ярлылыҡты һәм тигеҙһеҙлекте кәметеү», - тип билдәләне министр урынбаҫары.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостанда минималь эш хаҡы күләме, район коэффициентын һәм тәүгә һалынған 5,7% төбәк коэффициентын иҫәпкә алып, бюджеттан тыш өлкә хеҙмәткәрҙәре өсөн - 19 743 һум, ә бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәре өсөн 18 678 һум тәшкил итә.

 

фото:Башинформ.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас