СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
19 Февраль 2023, 12:40

Ваҡытынан алда пенсияға сығыу ҡағиҙәләре тураһында беләһегеҙме?

   

Ваҡытынан алда пенсияға сығыу ҡағиҙәләре  тураһында беләһегеҙме?Ваҡытынан алда пенсияға сығыу ҡағиҙәләре  тураһында беләһегеҙме?
Ваҡытынан алда пенсияға сығыу ҡағиҙәләре тураһында беләһегеҙме?

Ваҡытынан алда пенсияға сығыу - ҡартлыҡ буйынса түләүҙәрҙе дөйөм билдәләнгән йәштән алдараҡ алыу ул:

  Оҙайлы хеҙмәт стажы - ваҡытынан алда пенсияға сығыу ысулдарының береһе. 42 йыл эш стажы булған ир-егеттәр һәм 37 йыл стажы булған ҡатын-ҡыҙҙар 2 йылға алдараҡ пенсияға сығыу мөмкинлегенә эйә. Шул уҡ ваҡытта, ир кеше - 60, ҡатын-ҡыҙ 55 йәштән йәшерәк булмаҫҡа тейеш.

  Әгәр эшкә урынлашыу мөмкинлеге юҡ икән, пенсия алды йәшендәге кешеләр (предприятие бөтөрөлөү йәки хеҙмәткәрҙәр штатын ҡыҫҡартыу сәбәпле эштән киткәндәр) яңыса пенсия йәшенән 2 йылға алдараҡ пенсияға сығырға мөмкин.

  Күп балалы ҡатын-ҡыҙҙар түбәндә күрһәтелгән йәшкә еткән осраҡта ваҡытынан алда (хеҙмәт стажы 15 йыл булғанда) пенсияға сыға ала: өс бала булғанда - 57 йәштә; дүрт бала булһа - 56 йәштә; биш бала булғанда - 50 йәштән.

Ваҡытынан алда пенсия алыу хоҡуғы йәшкә, пенсия коэффициенттарына, һөнәргә һәм башҡа категорияларға (бөтәһе 30-ҙан ашыу) бәйле. Тулы исемлекте «Страховка пенсиялары тураһында»ғы законда ҡарарға мөмкин: https://vk.cc/clzK63

Ваҡытынан алда пенсия юллай башлар алдынан кешенең уны алыу өсөн төп ике шартҡа тап килеүен - кәрәкле пенсия стажы туплауын һәм ошо ташлама менән файҙалана алырлыҡ йәшкә етеүен асыҡларға кәрәк.

Ваҡытынан алда пенсияға сығыу өсөн Социаль фондҡа түбәндә күрһәтелгән ысул менән ғариза бирергә:

  Рәсәй Пенсия фонды сайтындағы шәхси кабинетта https://es.pfrf.ru/#services-f
  Дәүләт хеҙмәттәре порталында https://www.gosuslugi.ru/600110/1/form
  Күп функциялы үҙәктә https://mfcrb.ru/?page_id=4014

Пенсия системаһы тураһында ентеклерәк мәғлүмәт һылтанма буйынса – https://sfr.gov.ru/grazhdanam/zakon/

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Аңлатабыҙ Башҡортостан
Читайте нас