СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
19 Февраль 2023, 12:35

Берҙәм пособие билдәләнгәнме - нисек белергә?

      

Берҙәм пособие билдәләнгәнме - нисек белергә?Берҙәм пособие билдәләнгәнме - нисек белергә?
Берҙәм пособие билдәләнгәнме - нисек белергә?

Берҙәм пособие билдәләнгәнме - нисек белергә?

  Ғариза Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша бирелһә, уның статусы тураһында белдереү хаты шунда буласаҡ.

  Әгәр түләүҙән баш тартһалар - ошондай ҡарар ҡабул ителгән көндән һуң 1 эш көнө эсендә кире яуаптың сәбәбе күрһәтелгән белдереү хаты шәхси кабинетҡа килә.

  Әгәр ғариза Рәсәй Социаль фондының клиенттар хеҙмәте йәки Күп функциялы үҙәк аша бирелһә - ыңғай ҡарар ҡабул ителгән осраҡта аҡса, ғариза биреүсегә өҫтәмә хәбәр итмәйенсә, айлыҡ пособие тәғәйенләнгән көндән һуң 5 эш көнөнән дә һуңға ҡалмайынса күсерелә. Кире яуап хаҡындағы ҡарар ғариза биреүсенең үҙе һайлаған ысул менән - почта аша йәки Күп функциялы үҙәк офистарына һәм Рәсәй Социаль фондының клиенттар хеҙмәтенә шәхсән мөрәжәғәт иткәндә еткерелә.

Махсус чат-ботта күберәк яуап табырһығыҙ: https://t.me/deti_posobie_BashBot

Бәйләнеш үҙәге: 8(800) 600-02-21.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Аңлатабыҙ Башҡортостан
Читайте нас