

Хәйбулла районының «Йәш Гвардия» ойошмаһы активистары үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә «Һөйөү менән китап бүләк итегеҙ - 2023» бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды. Акция сиктәрендә "Йәш гвардиясылар" Аҡъяр ауылында социаль приютта тәрбиәләнгән балаларға һәм үҫмерҙәргә китаптар, журналдар бүләк итте. Улар бүләктәр өсөн бик ҡыуанды һәм уңыштар теләне! ИЗГЕЛЕК ҡылайыҡ