

2023 йылдың башынан өс йәшкәсә балаһы булған һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр әсәлек капиталы аҡсаһынан айлыҡ түләү алырға мөмкин
Шарты - ғаиләнең йән башына уртаса килеме Башҡортостанда йән башына билдәләнгән йәшәү минимумының ике дәүмәленән артмаҫҡа тейеш. 2023 йылдың 1 ғинуарынан йәшәү минимумы күләме - 12 650 һум.
Түләү тәғәйенләгәндә ғаиләнең ғариза тапшырғанға тиклемге 12 айлыҡ килеме ҡарала.
Түләү күләме – 12 271 һум
Ғаиләгә айлыҡ түләү балаға 3 йәш тулғансы бирелә. Пособие түләй башлау ваҡыты түбәндәгесә билдәләнә:
бала тыуған көндән - әгәр ата-әсә бала тыуған көндән 3 айҙан да һуңға ҡалмайынса мөрәжәғәт итһә, алдағы айҙарға түләү тулы күләмдә күсерелә
➡ мөрәжәғәт иткән көндән - бала тыуып 3 ай үткәс, түләү тәғәйенләүҙе һорап мөрәжәғәт иткән осраҡта
Аҡса нисек күсерелә?
Әгәр ғаилә айлыҡ түләү шарттарына тап килһә, аҡса ғаризала күрһәтелгән иҫәпкә киләсәк.
Ғариза биреүҙең 3 ысулы бар:
1 Дәүләт хеҙмәттәрендә шәхси кабинет аша https://www.gosuslugi.ru/
2 Социаль фондтың клиенттар хеҙмәте аша https://vk.cc/cleqKt
3 Күп функциялы үҙәк аша https://mfcrb.ru/
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Әсәлек капиталы – “Демография” милли проектының Рәсәй ғаиләләрен дәүләт яҡлауы сараһы. 2007 йылдан был ярҙамға икенсе балалары тыуған йәки икенсе баланы уллыҡҡа алған, шулай уҡ артабанғы балаһы тыуған ғаиләләр эйә. 2020 йылдан әсәләк капиталы тәүге сабыйы донъяға килгән ғаиләләргә лә бирелә.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан