Бөтә яңылыҡтар
СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
2 Февраль 2023, 14:19

2023 йылдың башынан өс йәшкәсә балаһы булған һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр әсәлек капиталы аҡсаһынан айлыҡ түләү алырға мөмкин

-

  Шарты - ғаиләнең йән башына уртаса килеме Башҡортостанда йән башына билдәләнгән йәшәү минимумының ике дәүмәленән артмаҫҡа тейеш. 2023 йылдың 1 ғинуарынан йәшәү минимумы күләме - 12 650 һум.

  Түләү тәғәйенләгәндә ғаиләнең ғариза тапшырғанға тиклемге 12 айлыҡ килеме ҡарала.

  Түләү күләме – 12 271 һум

Ғаиләгә айлыҡ түләү балаға 3 йәш тулғансы бирелә. Пособие түләй башлау ваҡыты түбәндәгесә билдәләнә:

➡ бала тыуған көндән - әгәр ата-әсә бала тыуған көндән 3 айҙан да һуңға ҡалмайынса мөрәжәғәт итһә, алдағы айҙарға түләү тулы күләмдә күсерелә

➡ мөрәжәғәт иткән көндән - бала тыуып 3 ай үткәс, түләү тәғәйенләүҙе һорап мөрәжәғәт иткән осраҡта

Аҡса нисек күсерелә?

Әгәр ғаилә айлыҡ түләү шарттарына тап килһә, аҡса ғаризала күрһәтелгән иҫәпкә киләсәк.

Ғариза биреүҙең 3 ысулы бар:

1 Дәүләт хеҙмәттәрендә шәхси кабинет аша https://www.gosuslugi.ru/
2 Социаль фондтың клиенттар хеҙмәте аша https://vk.cc/cleqKt
3 Күп функциялы үҙәк аша https://mfcrb.ru/

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: