Бөтә яңылыҡтар
СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
1 Февраль 2023, 11:59

Юғары уҡыу йорттары һәм колледж студенттарына Башҡортостан бюджетынан ниндәй ярҙам саралары ҡаралған

-

Юғары уҡыу йорттары һәм колледж студенттарына Башҡортостан бюджетынан ниндәй ярҙам саралары ҡаралған
Юғары уҡыу йорттары һәм колледж студенттарына Башҡортостан бюджетынан ниндәй ярҙам саралары ҡаралған

  Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендияһы айырым һәләттәр күрһәткән, уҡыу һәм ғилми эшмәкәрлектә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән өсөн бирелә. Был стипендия Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең һәм дәүләт университеттарының 35 аспирантына, дәүләт университеттарының 50 студентына, дәүләт колледждарының 150 студентына түләнә. Аспиранттар - 8050 һум, юғары уҡыу йорттары студенттары - 6000 һум, колледж студенттары 4900 һум ала.

  1200 һум күләмендә Рауил Бикбаев исемендәге стипендия республиканың туған телдәрен һәм әҙәбиәтен һаҡлау, үҫтереү һәм киң йәйелдереү буйынса йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн бирелә. Йы һайын юғары уҡыу йорттары студенттарына 2 стипендия тапшырыла.

  Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге стипендия уҡыуҙа һәм ғилми эшмәкәрлектә Башҡортостан халыҡтарының туған телдәрен өйрәнеүгә бәйле юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән өсөн йыл һайын колледждарҙың 10 студентына 600 һум күләмендә һәм вуздарҙың 5 студентына 1200 һум күләмендә билдәләнә.

  1200 һум күләмендә Мостай Кәрим исемендәге стипендия әҙәби ижадтағы айырым ҡаҙаныштар өсөн Өфө фән һәм технологиялар университетының филология йүнәлеше факультеттарының 2 студентына бирелә.

  1480 һум күләмендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте стипендияһы колледждарҙа квалификациялы эшселәр һәм хеҙмәткәрҙәр әҙерләү программалары буйынса уҡыған 30 уҡыусыға уҡыуҙағы юғары һөҙөмтәләре, бөтә Рәсәй, республика олимпиадаларында һәм сараларында өлгәшкән ҡаҙаныштары өсөн түләнә.

  1200 һум күләмендәге Ирек Шәриф улы Мөҡсинов исемендәге стипендия Өфө фән һәм технологиялар университетының иң яҡшы өс студентына уҡыуҙа яҡшы уңыштарға өлгәшкәне, ғилми-тикшеренеү һәм йәмәғәт эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн түләнә.

  5750 һум күләмендә Сосланбәк Тавасиев исемендәге стипендия уҡыусыларға уҡыу эшмәкәрлегендә юғары һөҙөмтәләре һәм һынлы, ҡулланма сәнғәт төрҙәре өлкәһендәге һәләттәре өсөн бирелә.

  Башҡортостан Республикаһы Башлығының йыл һайын бер тапҡыр бирелә торған премияһы, берҙәм дәүләт имтиханында 100 балл йыйып, республика биләмәһендә урынлашҡан һәм донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгендә ҡатнашҡан юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингәндәргә түләнә. Белешмә өсөн: 2022 йылда берҙәм дәүләт имтиханында ҡатнашҡан 25 уҡыусы 150 мең һумлыҡ ошо премияға лайыҡ булды.

Уҡыуығыҙҙа уңыштар!

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: