Бөтә яңылыҡтар
СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
20 Ғинуар 2023, 10:43

1 февралдән әсәлек капиталы күпме булыр?

-

1 февралдән әсәлек капиталы күпме булыр?
1 февралдән әсәлек капиталы күпме булыр?

Беренсе балаға 1 февралдән әсә капиталының күләме 587 мең һум, икенсеһенә — яҡынса 775,6 мең һум тәшкил итәсәк. Был турала мәғлүмәт 19 ғинуарҙа Рәсәйҙең Финанс министрлығы сайтында бирелә.

«Социаль түләүҙәрҙе индексациялау хаҡы 2023 йылдың 1 февраленән 11,9 процент, 152,4 миллиард һум тәшкил итәсәк. Индексация бала ҡарау буйынса пособиеға, инвалидтар, ветерандар һәм Чернобыль фажиғәһе ғәриптәре пенсияһына, страховка түләүҙәренә ҡағыласаҡ», — тиелә агентлыҡ сайтында.

Бынан алда Рәсәй Президенты Владимир Путин быйыл Рәсәй хөкүмәтенә минималь эш хаҡын инфляция кимәленән юғарыраҡ күтәреүҙе йөкмәтте.

 

Сығанаҡ: Башҡортостаным/яңылыҡтар

Автор:
Читайте нас: