

Ғаиләгә һәм әсәлеккә дәүләт ярҙамы күрһәтеү, ҡатын-ҡыҙға хөрмәт күрһәтеү, балаларҙы тәрбиәләү һәм күп балалы ғаиләләрҙе социаль яҡлау өсөн уңайлы шарттар булдырыу маҡсатында Башҡортостан Республикаһы Башлығының 2022 йылдың 12 декабрендәге 943-сө Указы менән Иҫәнгилде ауылынан Розалиә Шайморатова һәм Бүребайҙан Эльза Түләшева «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде.
Эльза Түләшева, Бүребай ауылы:
-Тормош иптәшем Сәйет менән алты бала тәрбиәләйбеҙ. Хәҙер миңә 30 йәш. Иң өлкән ҡыҙыбыҙ Ләйсәнгә 12 йәш, ул 6-сы класта уҡый. Икенсе улыбыҙ Фәйес - 4-се, ә Айназ 3-сө класс уҡыусыһы. Тағы ла өс мәктәпкәсә йәштәге балабыҙ бар - Алмаз, Әмир һәм Йәсминә. Бөтә ғаиләбеҙ менән тәбиғәткә сығырға яратабыҙ. Балалар тәрбиәләүҙә ҡәйнәбеҙ Айһылыу Түләшева ҙур ярҙам күрһәтә. Әлегә ҡуртымға алынған фатирҙа йәшәйбеҙ. Мин - йорт хужабикәһе, ә тормош иптәшем төҙөлөш бригадаһында эшләй.
Розалиә Шайморатова, Иҫәнгилде ауылы:
- Тормош иптәшем Нур менән мәктәптә эшләйбеҙ һәм биш бала тәрбиәләйбеҙ. Өлкән ҡыҙыбыҙ Нуранияға 23 йәш, Серпухов ҡалаһындағы хәрби училищела аш-һыу хеҙмәткәре булып эшләй. Икенсе ҡыҙыбыҙ Гүзәлиә Сибай күп профилле колледжында юрист һөнәренә уҡый. Улдарыбыҙ Ҡадир менән Динар мәктәптә уҡый. Иң бәләкәй ҡыҙыбыҙ Нурия әле өйҙә ултыра. Балаларҙы бәләкәйҙән хеҙмәткә өйрәтәбеҙ. Беҙгә әсәйем Гөлнур Шәрифйән ҡыҙы ярҙам итә, ул беҙҙең менән күрше йәшәй, шуға күрә алыҫ барырға ла кәрәкмәй.