СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
31 Декабрь 2022, 11:08

Ололарҙы тәбрикләне иләстәр

Изгелек, мәрхәмәтлелек, шәфҡәтлелек. Кеше йәшәгән һайын был һүҙҙәрҙең мәғәнәһен күберәк аңлай, мәғәнәһенә тәрәнерәк төшөнә бара. "Изгелек эшлә лә һыуға һал, балыҡ белер, балыҡ белмәһә, халыҡ белер" тигәндәр. Кешегә эшләгән изгелегең, уның рәхмәте һиңә икеләтә әйләнеп ҡайтыр. Ауылыбыҙҙың ветерандар советы рәйесе Минниса Рәхмәтова яңы йыл байрамы алдынан Вәлиулла һәм Гөлсирә Рәхмәтовтар, Сәмсикамал Рахманғолова, Мирғәле Асҡаров, Венера Йәтимова, Зөләйха Рәхмәтованың өйҙәренә барып, уларҙың хәлдәрен белешеп, уларҙы Яңы йыл байрамы менән ҡотланы.

Ололарҙы тәбрикләне иләстәрОлоларҙы тәбрикләне иләстәр
Ололарҙы тәбрикләне иләстәр

Изгелек, мәрхәмәтлелек, шәфҡәтлелек. Кеше йәшәгән һайын был һүҙҙәрҙең мәғәнәһен күберәк аңлай, мәғәнәһенә тәрәнерәк төшөнә бара. "Изгелек эшлә лә һыуға һал, балыҡ белер, балыҡ белмәһә, халыҡ белер" тигәндәр. Кешегә эшләгән изгелегең, уның рәхмәте һиңә икеләтә әйләнеп ҡайтыр. Ауылыбыҙҙың ветерандар советы рәйесе Минниса Рәхмәтова яңы йыл байрамы алдынан Вәлиулла һәм Гөлсирә Рәхмәтовтар, Сәмсикамал Рахманғолова, Мирғәле Асҡаров, Венера Йәтимова, Зөләйха Рәхмәтованың өйҙәренә барып, уларҙың хәлдәрен белешеп, уларҙы байрам менән ҡотланы.

Ололарға ҡарата ихтибарлы, ихтирамлы, мәрхәмәтле булыу - ул иң изге сифаттарҙың береһелер. Үҙ ғүмерҙәре, яҙмыштары менән беҙгә үрнәк булған өлкәндәргә хөрмәт, ярҙам үтмәһен ине. “Ололарҙы ололау – яҡшылыҡтың билдәһе” тигән халыҡ.
Рәхмәттәрен әйтеп, ҡыуанып оҙатып ҡалдылар улар. Олатай, инәйҙәргә ныҡлы һаулыҡ, әүҙем оҙон ғүмер, һәр көндөң тәмен-йәмен татып йәшәүегеҙҙе теләйем

Ололарҙы тәбрикләне иләстәр
Ололарҙы тәбрикләне иләстәр
Ололарҙы тәбрикләне иләстәр
Автор:Иләс ауылы китапханаһы
Читайте нас