

Бөгөн Арыҫлан Мортазин фатирлы булды. 34,9 квадрат метр майҙанды биләгән Аҡъяр ауылындағы яңы фатирҙа бөтә кәрәкле нәмә - газ, һыу, электр энергияһы үткәрелгән. Арыҫлан өйләнгән, ҡатыны менән ҡыҙ тәрбиәләйҙәр.
Арыҫлан быйыл ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған граждандар араһынан 11-се булып районда торлаҡтың законлы хужаһы булды. Әйткәндәй, ағымдағы йылда граждандарҙың ошо категориялары өсөн 12 торлаҡ һатып алыуға аҡса бүленде.