СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
18 Декабрь 2022, 10:43

Радий Хәбиров йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға һәм 17 йәшкә тиклемге балаһы булған ғаиләләргә пособие тураһында указға ҡул ҡуйҙы

   

Радий Хәбиров йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға һәм 17 йәшкә тиклемге балаһы булған ғаиләләргә пособие тураһында указға ҡул ҡуйҙыРадий Хәбиров йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға һәм 17 йәшкә тиклемге балаһы булған ғаиләләргә пособие тураһында указға ҡул ҡуйҙы
Радий Хәбиров йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға һәм 17 йәшкә тиклемге балаһы булған ғаиләләргә пособие тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йөклө ҡатын-ҡыҙҙар һәм 17 йәшкә тиклемге балаһы булған ғаиләләргә пособие түләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Документ Башҡортостан Республикаһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

2023 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостанда мохтаж йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға һәм 17 йәшкәсә бала тәрбиәләгән ғаиләләр өсөн айлыҡ пособиелар билдәләнә. Аҡса алыусылар Башҡортостан биләмәһендә йәшәргә, ә йән башына уртаса килем төбәктәге йәшәү минимумынан артмаҫҡа тейеш.

Пособиеға иртә иҫәпкә торған ауырлы ҡатын-ҡыҙҙар, шулай уҡ 17 йәшкә тиклемге балаһы булған ғаиләләр дәғүә итә ала.

Түләүҙәр эшкә һәләтле халыҡтың йәшәү минимумы дәүмәленән 50, 75 йәки 100% тәшкил итә.

Республиа Хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан Башлығы указы республикабыҙ биләмәһендә берҙәм пособие тураһында федераль законды тормошҡа ашырыу өсөн ҡабул ителгән. 2023 йылдың 1 ғинуарынан Пенсия һәм социаль страховкалау фонды берҙәм пособие тәғәйенләй һәм түләй башлай.

 

фото һәм сығанаҡ:"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас