СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
13 Декабрь 2022, 16:32

Хәрбиҙәр хаҡында нығыраҡ хәстәрлек күреләсәк

Махсус операцияла ҡатнашыусыларға ниндәй ярҙам өсөн 100 миллион һум самаһы аҡса бүленә?

Хәрбиҙәр хаҡында нығыраҡ хәстәрлек күреләсәкХәрбиҙәр хаҡында нығыраҡ хәстәрлек күреләсәк
Хәрбиҙәр хаҡында нығыраҡ хәстәрлек күреләсәк

Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың шифахана-курорт ялына 2023 йылда 100 миллион һумға яҡын аҡса йүнәлтелә. Был хаҡта республика премьер-министры Андрей Назаров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә хәбәр итте.

«Бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға социаль ярҙам тәү сираттағы бурыстарҙың береһе булып тора. Шундай ярҙам сараларының береһе — шифахана-курорт дауалауы буйынса хеҙмәттәр күрһәтеү. Беҙҙә 9 дәүләт шифаханаһы бар, дауалау-профилактика хеҙмәттәрен күрһәткән шәхси шифахана ойошмалары ла байтаҡ», — тине Андрей Назаров.

Билдәләнеүенсә, ирекле батальондарҙың яугирҙәре йәки өлөшләтә мобилизация буйынса саҡырылғандар бер тапҡыр барып ялға итеү хоҡуғына эйә. Уңайлы булһын өсөн шифаханаларҙа резерв номер фонды булдырыла. Һауыҡтырыу учреждениеларының тулы исемлеге һәм хеҙмәт күрһәтеү тәртибе һуңғараҡ баҫылып сыға.

 

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас