

Радий Хәбиров мобилизацияланғандарға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына 20 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
- Аҡса алыу өсөн ниндәй документтар кәрәк?
- Түләүҙе ҡасан алырға мөмкин?
- Мобилизация буйынса саҡырылғандарға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына тағы ниндәй ярҙам саралары ҡаралған?
- Радий Хәбировтың әҙерлек урынынан өс һәм унан күберәк балаһы булған атайҙарҙы ҡайтарыу тураһындағы бойороғо нисек тормошҡа ашырыласаҡ?
Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуаптар Башҡортостан юлдаш телевидениеһында ойошторолған махсус брифингта, шулай уҡ түбәндәге социаль селтәрҙәрҙә яҡтыртыласаҡ:
Башҡортостан Хөкүмәте: https://vk.com/bashkortostan_gov;
республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы: https://vk.com/mintrudrb;
Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәге: https://vk.com/tsur_bashkortostan.
Иғтибар! Брифинг 5 декабрҙә 19:00 сәғәттә башлана.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан