СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
29 Ноябрь 2022, 05:03

Эшһеҙлек буйынса пособие тураһында нимә белергә кәрәк - Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы аңлата

-

Эшһеҙлек буйынса пособие тураһында нимә белергә кәрәк - Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы аңлатаЭшһеҙлек буйынса пособие тураһында нимә белергә кәрәк - Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы аңлата
Эшһеҙлек буйынса пособие тураһында нимә белергә кәрәк - Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы аңлата
  Эшһеҙ ҡалған йәки тәүге тапҡыр эш эҙләгән кешеләрҙең эшһеҙлек буйынса пособие алыу мөмкинлеге бар.
  Пособие алыу өсөн, һеҙгә яраған эш табыуҙа булышлыҡ итеүҙәрен һорап, дистанцион рәүештә ғариза бирергә һәм үҙең, квалификацияң, эш стажың хаҡында мәғлүмәт күрһәтергә кәрәк.

Быны түбәндә күрһәтелгән юлдар менән эшләргә мөмкин:
- дистанцион рәүештә мәшғүллек һәм хеҙмәт мөнәсәбәттәре өлкәһендәге «Рәсәйҙә эш» берҙәм һанлы платформаһындағы шәхси кабинет аша (https://trudvsem.ru/).
— йәки Дәүләт хеҙмәттәре аша (https://www.gosuslugi.ru/life/details/unemployment_be..)
— яҡындағы Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенә (https://rabota.bashkortostan.ru/czn/index) йәки Күп функциялы үҙәккә шәхсән барырға була. Унда электрон формала ғариза һәм резюме тултырырға ярҙам итәсәктәр.

  Ғариза һәм резюме ебәреү өсөн Дәүләт хеҙмәттәрендә раҫланған иҫәп яҙмаһы булырға тейеш.
  Мәшғүллек үҙәге ғаризаны ҡабул иткәс, шәхси кабинетҡа һеҙҙең өсөн һайлап алынған вакансиялар исемлеге һәм һеҙҙе эшһеҙ тип таныу тураһындағы мәсьәләне ҡарау маҡсатында һеҙҙе мәшғүллек үҙәгенә саҡырыу ебәрелә.
  Күрһәтелгән вакансиялар буйынса эш биреүселәргә барырға һәм мәшғүллек үҙәгенә барғанда уның һөҙөмтәләрен күрһәтергә кәрәк.
  Эш эҙләүсе тәҡдим ителгән вакансияларға риза булып, эш биреүселәр баш тартҡан осраҡта ғына кеше эшһеҙ тип таныла һәм пособие тәғәйенләнә.

Эшһеҙлек буйынса пособие:
  16 йәштән йәшерәктәргә;
  ҡартлыҡ буйынса йәки күп йылдар хеҙмәт иткән өсөн пенсия алғандарға;
  иркенән мәхрүм итеү урындарында йәки холоҡ төҙәтеү һәм мәжбүри эштәр башҡарғандарға;
  хеҙмәт килешеүе буйынса эшләгәндәргә;
  түләүле эш башҡарғандарға йәки килешеү буйынса тауар һатыусыларға;
  шәхси эшҡыуар, нотариус, адвокат йәки үҙмәшғүл булып торғандарға;
  хәрби, альтернатив граждан хеҙмәте йәки башҡа органдарҙа хеҙмәт иткәндәргә;
  көндөҙгө бүлектә уҡығандарға;
  ярҙамсы кәсептәрҙә мәшғүлдәргә, крәҫтиән-фермер хужалығы, етештереү кооперативы, артель ағзаһы булып торғандарға;
  коммерция ойошмаһын ойоштороусы (ҡатнашыусы) булып торғандарға;
  халыҡтың ҡайһы бер башҡа категорияларына тәғәйенләнмәй.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
 
Автор:
Читайте нас