СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
21 Ноябрь 2022, 14:48

Үҙ йортоң булыуы бәхет!

Яңы йылға тиклем тағы ла биш кешегә фатир аласаҡ.

Үҙ йортоң булыуы бәхет!Үҙ йортоң булыуы бәхет!
Үҙ йортоң булыуы бәхет!

Ошо көндәрҙә “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә Хәйбулла районы хакимиәтендә фатир асҡыстарын тапшырыу тантанаһы үтте. Йәштәргә асҡыстарҙы район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов тапшырҙы.

Торлаҡлы булыу бәхетенә Тимур Ишкилдин менән Айгөл Исмәғилева эйә булды. Рөстәм Шәрипов йәштәрҙе фатирлы булыуҙары менән ҡотлап, артабанғы тормоштарында уңыш теләне. Айгөл уҡыуҙа булыу сәбәпле, уның өсөн асҡысты ҡустыһы Айытбай килеп алды. 

Районда етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалғандарҙы фатир менән тәьмин итеү дауам итә. Яңы йылға тиклем тағы ла биш кешегә фатир асҡысы тапшырыу планлаштырыла.

Билдәле булыуынса, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Хәйбулла районы хакимиәте.

 
 
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас