СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
14 Ноябрь 2022, 16:13

Граждандарҙы ҡабул итеү

16 ноябрҙә Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү республика үҙәге филиалы белгестәре Аҡъярҙа граждандарҙы ҡабул итеүҙе ойоштора.

Граждандарҙы ҡабул итеүГраждандарҙы ҡабул итеү
Граждандарҙы ҡабул итеү

2022 йылдың 16 ноябрендә Сибай ҡалаһындағы Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү республика үҙәге филиалы белгестәре Аҡъярҙа граждандарҙы күсмә ҡабул итеүҙе ойоштора.

Күсмә ҡабул итеүҙәрҙең маҡсаты булып граждандарға халыҡҡа социаль ярҙам саралары, уларҙы рәсмиләштереү алымдары, кәрәкле документтар исемлеге һәм иҫәпләп сығарыу күләмдәре тураһында мәғлүмәт биреү, шәхсән консультацион ярҙам күрһәтеү тора.

Граждандар иртәнге 10:00 сәғәттән Хәйбулла районы муниципаль район хакимиәтенең 25-се кабинетында ҡабул ителә.

 

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас