

Хәйбулла районындағы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют бүлексәһенә Һамар урта мәктәбенең 7-се класс уҡыусылары килде.
Улар уҡытыусылары Надежда Владимировна Чекменева менән бергә, иртә яҙҙан уҡ помидор, борос һәм сәскә үҫтерә. Һуңынан үҫентеләр һатыуҙан килгән аҡсаға өҫтәл уйындары һатып алып, ошо арала уларҙы приют тәрбиәләнеүселәренә бүләк итте. Шулай уҡ атлас таҫмалар менән үреү буйынса оҫталыҡ дәресен дә үткәргән.
Изге эшегеҙ, бүләктәрегеҙ өсөн 7-се класс уҡыусыларына һәм уҡытыусыларына рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, уҡыуҙа уңыштар һәм тыныс күк йөҙө теләйбеҙ! Изгелегеҙ үҙегеҙгә күп тапҡырҙар артып әйләнеп ҡайтһын!