СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
11 Ноябрь 2022, 06:38

Фатирлы булдылар

Район хакимиәтендә Тимур Ишкилдин һәм Айгөл Исмәғилеваға фатир асҡыстары тапшырылды. 

Фатирлы булдыларФатирлы булдылар
Фатирлы булдылар

Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов йәштәрҙе фатирлы булыуҙары менән ҡотлап, артабанғы тормоштарында уңыштар теләне. Айгөл уҡыуҙа булыу сәбәпле, уның өсөн асҡысты ҡустыһы Айытбай килеп алды. 

Районда етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалғандарҙы фатир менән тәьмин итеү дауам итә. Яңы йылға тиклем тағы ла биш кешегә фатир асҡысы тапшырыу планлаштырыла.

Йәштәрҙе фатирлы булыуҙары менән ҡотлайбыҙ! Үҙ йорттарында бәхетле ғүмер кисереүҙәрен теләйбеҙ!

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас