СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
31 Октябрь 2022, 11:33

Академик отпускыла саҡта студентҡа социаль стипендия түләнәме?

  

Академик отпускыла саҡта студентҡа социаль стипендия түләнәме?Академик отпускыла саҡта студентҡа социаль стипендия түләнәме?
Академик отпускыла саҡта студентҡа социаль стипендия түләнәме?

Студенттың академик ялға китеүе стипендия түләүҙе туҡтатып тороуға сәбәп була алмай. Тағы ла йөклөлөк һәм бала табыу, шулай уҡ өс йәше тулғансы бала ҡарау буйынса отпуск ошондай осраҡҡа инә.

Дәүләт социаль стипендияһы билдәле бер категорияға ҡараған студенттарға белем биреү программаларын өйрәнеүҙә ярҙам сараһы булараҡ тәғәйенләнә. Бындай категорияларға түбәндәгеләр инә:
  етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балалар;
  инвалид балалар, бала саҡтан инвалидтар һәм I, II төркөм инвалидтары, шулай уҡ хәрби хеҙмәт осоронда имгәнеү йәки ауырыу һөҙөмтәһендә инвалид булғандар;
  дәүләт социаль ярҙамы алған студенттар;
  хәрби хәрәкәт ветерандары;
 Чернобыль атом электр станцияһындағы аварияла радиацияға дусар булған студенттар;
  контракт буйынса өс йылдан ашыу хеҙмәт иткән студенттар.

Социаль стипендия студенттың нисек өлгәшеүенә ҡарамаҫтан түләнә. Уның база күләме урта һөнәри белем өсөн - 1089 һум, юғары белем өсөн 2 227 һум тәшкил итә.

2012 йылдың 29 декабрендәге «Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында»ғы 273-сө федераль закон https://vk.cc/7Qq2Ij

Социаль стипендияны нисек юлларға икәнен киләһе яҙмаларҙа һөйләрбеҙ. Яңылыҡтарҙы ҡарап барығыҙ!
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Аңлатабыҙ Башҡортостан
Читайте нас