СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
26 Октябрь 2022, 08:11

Балаларға ниндәй ярҙам саралары ҡаралған?

Мобилизацияланғандарҙың ғаиләләре өҫтәмә льготалар менән тәьмин ителәсәк

Балаларға ниндәй ярҙам саралары ҡаралған?Балаларға ниндәй ярҙам саралары ҡаралған?
Балаларға ниндәй ярҙам саралары ҡаралған?

Башҡортостан юлдаш телеканалында республикала мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса брифинг уҙҙы. Һәр йүнәлеш буйынса ғаиләләргә ярҙам итеү өсөн яуаплы кешеләр иң мөһим һорауҙарға яуап бирҙе. Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин ул етәкләгән ведомство яғынан мобилизацияланғандарҙың ғаиләләре өҫтәмә ташламалар менән тәьмин ителәсәк. Мәҫәлән:

  • Сабыйға йәш ярым тулғас та балалар баҡсаһында сираттан тыш урын. Бының буйынса райондың мәғариф бүлегенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
  • Балалар баҡсаһы тулыһынса бушлай.
  • Йәшәү урыны буйынса уңайлы мәктәп һайлау.
  • Бөтә кластарҙа ла бушлай ҡайнар аш.
  • Мәктәпкә бушлай әҙерлек, оҙайтылған көн кластары һәм түңәрәктәр.
  • Йыл әйләнәһенә лагерҙарҙа бушлай ял һәм һауыҡтырыу.
  • Колледждарҙа бушлай уҡыу. Әгәр студент уҡыу йылы өсөн түләгән икән, аҡса тулыһынса ҡайтарыла. Колледж етәкселегенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
  • Колледж һәм юғары уҡыу йорттары студенттарына дөйөм ятаҡта урын гарантиялана.
  • «Алға» транспорт картаһы менән 60 мәртәбә бушлай йөрөү, шул иҫәптән райондан ҡалаға барғанда. Әлеге ваҡытта льготаны тимер юл транспортына ла таратыу мәсьәләһе тикшерелә, әммә әлегә аныҡ ҡына ҡарар юҡ.
  •  Әгәр медицина күрһәткестәре булғанда, махсус туҡланыу талап ителһә – «Һөт кухняһы»ның продукцияһы бушлай бирелә.

 

Мобилизацияланғандарҙың ғаиләләре өсөн республика ярҙам саралары тураһында махсус брифинг яҙмаһында (https://vk.cc/chSTqs) йәки уның баҫма версияһында (https://vk.cc/chSTil) белергә мөмкин.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас