СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
17 Октябрь 2022, 11:02

Мобилизацияланған граждан алиментын нисек түләйәсәк?

   

Мобилизацияланған граждан алиментын нисек түләйәсәк?Мобилизацияланған граждан алиментын нисек түләйәсәк?
Мобилизацияланған граждан алиментын нисек түләйәсәк?

Мобилизация балаларҙы ҡарау бурысынан азат итмәй, алиментты ла шул уҡ тәртиптә түләргә кәрәк.

Әгәр алимент килем өлөшөндә тәғәйенләнһә, сумма яңы түләүҙәр күләмен иҫәпкә алып үҙгәрә. Алиментың аҙайыуы йәки күбәйеүе алимент түләүсенең әлеге көндәге һәм киләсәктәге килеменә бәйле.

Әгәр алимент билдәле күләмдә тәғәйенләнһә - сумма үҙгәрмәй, ләкин яңы шарттарҙы иҫәпкә алып, уны суд аша кәметеүҙе йәки арттырыуҙы талап итергә мөмкин.

Рәсми килеме булмау сәбәпле быға тиклем алимент түләүгә бәйле проблемаһы булған ата-әсәләр өсөн хәлдең яҡшы яҡҡа үҙгәреүе ихтимал, сөнки мобилизацияланған гражданға аҡсалата түләү ҡаралған, уның бер өлөшө даими рәүештә алимент сифатында күсереләсәк.

Һорауҙарығыҙ ҡалдымы?

Чат-бот: https://t.me/Mobilizacia_Bash_Bot

Башҡортостандың Ситуация үҙәге:
  122, өҫтәмә номер – 1
  8 (347) 218-19-19

Автор:Аңлатабыҙ Башҡортостан
Читайте нас