

Ниндәй осраҡта мобилизацияланған кешенең һәм ғаилә ағзаларының кредит буйынса бурысы тулыһынса иҫәптән сығарылыуы мөмкин?
Махсус хәрби операция барышында йәки алған йәрәхәттәр һөҙөмтәһендә хәрби хеҙмәткәрҙең ғүмере өҙөлһә, шулай уҡ 1-се төркөм инвалидлыҡ билдәләнгән осраҡта кредит бурысы тулыһынса иҫәптән сығарыла. Был осраҡтарҙа уның ғаилә ағзаларының кредиттары ла тулыһынса ҡапланырға тейеш.
Әйткәндәй, был норма мобилизация башланғандан алып 21 сентябрҙән һуң булған осраҡтарға ғына түгел, ә махсус хәрби операция башланғандан алып, йәғни 2022 йылдың 24 февраленән һуң булған хәлдәргә лә тарала.
2022 йылдың 7 октябрендәге "Мобилизация буйынса РФ Ҡораллы Көстәренә хәрби хеҙмәткә саҡырылған кешеләрҙең, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан кешеләрҙең, шулай уҡ уларҙың ғаилә ағзаларының кредит килешеүҙәре (заем килешеүҙәре) буйынса йөкләмәләрен үтәү үҙенсәлектәре һәм РФ-тың айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында"ғы 377-се федераль закон http://publication.pravo.gov.ru/Document/View/0001202..
Кредит каникулдары биреү буйынса һорауҙар менән кредит йәки заем алған банктың ҡыҙыу бәйләнеш телефонына шылтыратығыҙ.
Рәсәй Банкыһының ҡыҙыу линияһы:
- кәрәҙле телефондарҙан бушлай шылтыратыу өсөн: 300
- Рәсәй төбәктәренән бушлай шылтыратыу өсөн: 8 800 300-30-00
- кәрәҙле элемтә операторының тарифтарына ярашлы: 7 499 300-30-00
Башҡортостандың Ситуация үҙәге:
122, өҫтәмә номер – 1
8 (347) 218-19-19.