Бөтә яңылыҡтар
СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
14 Сентябрь 2022, 20:08

Социаль газификация мәсьәләләре буйынса консультация үҙәге асылды

“Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә социаль газификация мәсьәләләре буйынса консультация үҙәге эшләй башланы

Социаль газификация мәсьәләләре буйынса консультация үҙәге асылды
Социаль газификация мәсьәләләре буйынса консультация үҙәге асылды

Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе хеҙмәткәрҙәре граждандарҙың мөрәжәғәттәрен ҡабул итә, йорттарға газ үткәреү өсөн документтар тапшырыу буйынса кәңәштәр бирә, шулай уҡ «Газпром» менән булған хәлдәрҙе хәл итеүҙә ярҙам күрһәтә. Пенсионерҙарға, балалы ғаиләләргә һәм ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә, шулай уҡ сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ярҙам күрһәтеүгә айырыуса ҙур иғтибар бирелә.

«Газ үткәреү социаль программаһы халыҡ араһында үҙенең популяр булыуын раҫлай. Партияның йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәләре участкалар сигенә тиклем нисек бушлай «зәңгәр яғыулыҡ» үткәрә алыуҙары хаҡында халыҡтан күп һорауҙар ала. Дөйөм алғанда беҙ шуны күрәбеҙ: йә кешеләрҙә документтар тапшырыу процедураһы буйынса дөрөҫ мәғлүмәт юҡ, йә иһә эш процесында уҡ тәьмин итеүсе предприятиелар менән проблемалар килеп тыуа. Шуға күрә урындарҙа Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәләрендә программала ҡатнашыу нормаларын аңлатыу йәки аныҡ мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам күрһәтеү буйынса Консультация үҙәктәрен асырға хәл ителде», - тип һөйләне Башҡортостандың Төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе, Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова.

Консультация үҙәгенә түбәндәге адрес буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин: Өфө ҡалаһы, Достоевский урамы, 73. Шулай уҡ 8(347)226-78-28 телефонына шылтыратып йә иһә [email protected] электрон почтағһына яҙып мөрәжәғәт итергә була. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, социаль газ үткәреү программаһы газ үткәргестәр төҙөүҙе күҙ уңында тота. Программаға бөтә ил буйынса 2,1 миллион йорт инде. 77 төбәктә, шул иҫәптән Башҡортостанда, ер участкаһы сиктәрендә газ ҡорамалдары һатып алыуға һәм газ торбаһын һалыуға граждандарҙың льготалы категорияларына социаль ярҙам саралары күрелгән.

Республикала инвалидтар, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр һәм йән башына уртаса килеме йәшәү минимумы дәүмәленән түбәнерәк булған күп балалы ғаиләләр ошондай эштәр өсөн 75 мең һумлыҡ сертификат алыу мөмкинлегенә эйә. Шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға һәм инвалидтарға, хәрби хәрәкәттәр инвалидтарына 100 мең һумлыҡ сертификаттар ҡаралған.

Фото һәм мәғлүмәт: bashkortostan.er.ru

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: