Бөтә яңылыҡтар
СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
13 Сентябрь 2022, 20:44

Әсәлек капиталын ғаилә рәсмиләштереп тә тотонмаһа, ул индексацияланамы??

   

Әсәлек капиталын ғаилә рәсмиләштереп тә тотонмаһа, ул индексацияланамы??
Әсәлек капиталын ғаилә рәсмиләштереп тә тотонмаһа, ул индексацияланамы??

Әсәлек (ғаилә) капиталы күләме, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте билдәләгән индексация коэффициентына ярашлы, ҡулланыусылар хаҡының уҙған йылдағы үҫеш индексына ҡарап, йыл һайын ағымдағы йылдың 1 февраленән ҡайтанан ҡарала. Әсәлек капиталын тулыһынса файҙаланмаған ғаиләләрҙең ҡалған аҡса өлөшө ошо уҡ тәртиптә ҡабаттан ҡарала.

2022 йылда әсәлек капиталының күләме күпме?

524 527, 90 һум - 2020 йылдан һуң тыуған бер балалы ғаиләләргә. Бындай ғаиләләрҙә тағы бер бала тыуһа, аҡса күләме 168 616, 20 һумға арта;

524 527, 90 һум - 2007 - 2019 йылдарҙа тыуған йәки уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алынған, шулай уҡ 3 һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән (әгәр был балалар тыуғанға тиклем әсәлек капиталына хоҡуҡ булмаған хәлдә) ғаиләләр өсөн.

693 144, 10 һум - икенсе балаһы, шулай уҡ өсөнсө һәм артабанғы балалары 2020 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған ғаиләләргә (әгәр бала тыуғанға тиклем әсәлек капиталына хоҡуҡ булмаған хәлдә).

Һорауҙарығыҙ булһа, Рәсәй Пенсия фонды белгестәренә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ:
- Рәсәй Пенсия фондының берҙәм бәйләнеш үҙәге номеры буйынса: 8 (800) 600-00-00
- Башҡортостандағы бәйләнеш-үҙәк номеры буйынса:8 (800) 600-02-21
- Башҡортостан Республикаһындағы Пенсия фондының клиенттар хеҙмәттәренә - адрестары һәм бәйләнеш телефондары ошонда: https://vk.cc/c1w9Ct
- түбәндәге һылтанма буйынса Пенсия фондының онлайн-ҡабул итеү бүлмәһенә: https://es.pfrf.ru/appeal

Әсәлек капиталы тураһында дөйөм һорауҙарға яуаптарҙы ошонда ҡарарға мөмкин: https://vk.cc/cgqEpg

 

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Аңлатабыҙ Башҡортостан
Читайте нас: