Бөтә яңылыҡтар
СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
6 Сентябрь 2022, 12:16

10 сентябргә тиклем файҙаланып өлгөрөгөҙ!

Һеҙгә 20 йәки 40 мең һум ҡайтарыласаҡ.

10 сентябргә тиклем файҙаланып өлгөрөгөҙ!
10 сентябргә тиклем файҙаланып өлгөрөгөҙ!

2022 йылдың 25 авгусынан 10 сентябренә тиклем түләнгән турҙар, круиздар һәм отелдәр өсөн 20% кешбэк иҫәпләнә, иң күбе 20 мең һум кире ҡайтарыла. Алыҫ Көнсығышта бронләгән өсөн - иң ҙур күләм 40 мең һум.

«Мир» картаһы менән түләргә кәрәк, әммә уны лояллек программаһында теркәү мотлаҡ: https://vk.cc/cg3FD3.

Түләнгән сәфәргә 2022 йылдың 1 октябренән юлланырға, кире 2022 йылдың 25 декабренән дә һуңға ҡалмайынса ҡайтырға кәрәк. Круиздар өсөн - 1 сентябрҙән навигация тамамланғанға тиклем.

Шуны хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: сәйәхәт эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге менән бәйле булырға тейеш түгел. Әгәр бөтә шарттар ҙа үтәлһә, кешбэк сәйәхәт өсөн түләгәндән һуң биш көндән дә һуңға ҡалмайынса картаға күсерелә. Сәйәхәт итеү һәм уның өсөн кешбэк алыу сикләнмәй.

Көҙгө туристик кешбэк программаһында Башҡортостандан 12 туроператор, 14 шифахана һәм 35 отель ҡатнаша. Теләгән тәҡдимде киләһе сайтта һайлағыҙ: мирпутешествий.рф.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова.
Автор:
Читайте нас: