Бөтә яңылыҡтар
СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
1 Сентябрь 2022, 21:15

Хәйбулла районынан 6 ҡатын-ҡыҙҙы «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләйҙәр

   

Хәйбулла районынан 6 ҡатын-ҡыҙҙы «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләйҙәр
Хәйбулла районынан 6 ҡатын-ҡыҙҙы «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләйҙәр

Башҡортостанда биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән 26 ҡатын-ҡыҙға «Әсәлек даны» миҙалы тапшырыла. Республика Башлығының тейешле указы рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған. Улар араһында Асҡын, Баймаҡ, Балтас, Краснокама, Көйөргәҙе, Миәкә, Нуриман, Стәрлебаш, Учалы, Хәйбулла райондары, Сибай һәм Өфө ҡалалары вәкилдәре бар. Хәйбулла районынан Ләйсән Абдуллина, Альбина Фәррәхова, Надежда Аҡсурина, Рәүилә Әминева, Евгения Долматова, Анна Сәйетова «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнәсәк.

1998 йылда булдырылған миҙалға һигеҙ меңдән ашыу әсә лайыҡ булған. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгән күп балалы әсәләргә бер тапҡыр 50 мең һум аҡса түләнә. Быға тиклем миҙал менән бүләкләнгәндәр өсөн түләүҙең күләме 17 241 һум ине.

Автор:Ләйлә Аралбаева

Фото:Олег Яровиков
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: