Бөтә яңылыҡтар
СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
30 Август 2022, 15:02

“Әсәлек капиталы”: программаны “мәңгелек” итмәкселәр, түләүҙе арттырмаҡсылар

Бөгөн РФ Дәүләт Думаһына яңы закон проекты индерелә. “Маткап” күләмен бер миллион һумғаса еткереү һәм унан да арттырыу тураһында һүҙ бара.

“Әсәлек капиталы”: программаны “мәңгелек” итмәкселәр, түләүҙе арттырмаҡсылар
“Әсәлек капиталы”: программаны “мәңгелек” итмәкселәр, түләүҙе арттырмаҡсылар

Ил парламентындағы “Ғәҙел Рәсәй” фракцияһы депутаттары “әсәлек капиталы” программаһын даими итергә һәм уның күләмен икенсе бала тыуғанда 933 мең һумға еткерергә тәҡдим итә. Шулай уҡ өсөнсө бала тыуған осраҡта 1,399 млн һум түләүҙе ғәмәлгә индереү тураһында ла мәсьәлә күтәрелә.

Инициатива авторҙары әйтеүенсә, әлеге түләүҙәр башҡаса ата-әсәләрҙе (буласаҡ ата-әсәләрҙе) ҡыҙыҡтырмай.

Дәүләт Думаһының бүтән депутаттары был тәҡдимде нисегерәк ҡабул итер?

Автор:Алһыу Ишемғолова.
Автор:
Читайте нас: