Бөтә яңылыҡтар
СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
24 Август 2022, 14:56

Ҡаршылыҡһыҙ мөхит

 Бүребай ауылында социаль әһәмиәттәге объекттарға рейд үткәрелде

Ҡаршылыҡһыҙ мөхит
Ҡаршылыҡһыҙ мөхит

Инвалидтар өсөн ҡаршылыҡһыҙ мөхит булдырыу һәр ҙур тораҡ пунктында иң мөһим бурыстарҙың береһенә әйләнде. Һис шикһеҙ, физик мөмкинлектәре сикләнгән граждандар сәләмәт кешеләр менән тиң рәүештә мәҙәниәт уңайлыҡтары менән файҙалана, төрлө дәүләт учреждениеларына бара алырға тейеш.

Ошо маҡсатта район территорияһында инвалидтар һәм башҡа хәрәкәттәре сикләнгән граждандар өсөн объекттар һәм социаль инфраструктура хеҙмәтенең ҡаршылыҡһыҙ булыуын тикшереү буйынса эшсе төркөм Бүребай ауылындағы социаль әһәмиәттәге объекттарға рейд үткәрҙе. Эшсе төркөм  халыҡ күп йөрөгән мәктәп, мәҙәниәт йорто, табип амбулаторияһы, сәнғәт мәктәбе, ауыл хакимиәте һәм күп функциялы үҙәк биналарында  инвалидтар өсөн тәғәйенләнгән пандустарҙы тикшерҙе. 

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас: