Ауыл ерендә торлаҡ төҙөү йәки һатып алыу өсөн льготалы ипотека кредиттары программаһының ваҡыты сикләнмәй. Был туралағы ҡарарға хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған.
18 августа Тамбовта «Бәләкәй ҡалаларҙы һәм тарихи биләмәләрҙе үҫтереү» һәм «Йәшәү өсөн мөхит: үҙ йортоң» Бөтә Рәсәй форумдарының пленар сессияһында сығыш яһағанда ул ошо хаҡта белдерҙе.
Тәүҙә программа 2022 йылдың 31 декабренә тиклем ғәмәлдә булырға тейеш ине. Хәҙер тағы ла күберәктәрҙең йылына 3% тиклем льготалы ставка менән ипотека кредиттары алыу мөмкинлеге бар.