Бөтә яңылыҡтар
СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
17 Август 2022, 09:03

Ярҙамдан файҙалан

1 сентябрь алдынан ғаиләләр иғтибарһыҙ ҡалмай

Ярҙамдан файҙалан
Ярҙамдан файҙалан

Мәктәпкә әҙерлектең әле иң ҡыҙған мәле. Кейем-һалым, башҡа уҡыу кәрәк-яраҡтары алыу өсөн әллә күпме аҡса талап ителә. Нисек аҡса еткерәйем икән, тип өҙгөләнгән ата-әсәйҙәр иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Республикабыҙҙың күп балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләре өсөн мәктәп формаһының  аҡсаһын кире ҡайтарыу мөмкинлеге бар.

Бының өсөн форманы һатып алғандан һуң, касса һәм тауар чегын һаҡларға, артабан ғариза биреү өсөн мәктәпкә йәки Дәүләт  хеҙмәттәре порталына  мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Ғариза менән бергә шулай уҡ ғаиләнең аҙ килемле булыуы тураһында белешмә лә талап ителә. (Уны Республиканың Халыҡты социаль яҡлау үҙәктәре филиалында алырға мөмкин). Шулай уҡ ғаилә составы тураһында белешмә, паспорт йәки тыуыу тураһында таныҡлыҡ та кәрәк буласаҡ. Мәктәпкә йәки дәүләт  хеҙмәттәренә ғаризаны быйыл 1 октябргә тиклем тапшырырға мөмкин. 2022 йылда Башҡортостанда мәктәп формаһы өсөн бер балаға компенсация күләме – 4489, 40 һум. Был компенсацияны ике йылға бер тапҡыр алырға була. Тулыраҡ мәғлүмәт менән Башҡортостандың Мәғариф министрлығы сайтында таныша алаһығыҙ.

Шулай уҡ ата-әсәйҙәргә ғаилә порталы тураһында ла белеп ҡуйыу зыян итмәҫ. “Семейный портал Башкортостана” тип аталған был порталда ғаиләләр өсөн файҙалы мәғлүмәттәр туплана. Акциялар, ташламалар тураһында  мәғлүмәттәр бар.  31 авгусҡа тиклем барасаҡ “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит!” акцияһы менән дә унда танышырға мөмкин.  Акцияның маҡсаты – ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә ярҙам итеү. Яңы йәки яҡшы тороштағы мәктәп формаларын, портфелдәрҙе, канцелярия тауарҙарын ғаилә үҙәктәренә килтерә алаһығыҙ. Был үҙәктәрҙең адрестарын да Башҡортостандың ғаилә порталында табырға мөмкин.

Фото: Башинформ.

Автор:Резеда Шәнгәрәева.
Автор:
Читайте нас: