Бөтә яңылыҡтар
СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
17 Август 2022, 10:05

Балалар шатлығы – уртаҡ һөйөнөс!

Хәйбулла районында «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» хәйриә акцияһына һәр кем ҡушыла ала

Балалар шатлығы – уртаҡ һөйөнөс!
Балалар шатлығы – уртаҡ һөйөнөс!

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәр ғаиләгә баланы тейешенсә мәктәпкә әҙерләргә хәленән килмәй. Быны аҙ тәьмин ителгән һәм күп балалы ғаиләләргә эшләү айырыуса ауыр, сөнки уларҙа ҡайһы берҙә мәктәп йәшендәге бер нисә бала тәрбиәләнә. Ошоға бәйле Хәйбулла районында Ғаилә хеҙмәте «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» акцияһын иғлан итеп, мәктәп формаһы, канцелярия кәрәк-яраҡтары, аяҡ кейеме, портфелдәр рәүешендә гуманитар ярҙам ҡабул итеүҙе ойошторҙо. Йыйылған канцелярия тауарҙары һәм мәктәп кәрәк-яраҡтары һаулыҡ мөмкинлектәре сикле, аҙ тәьмин ителгән күп балалы һәм тулы булмаған ғаиләләрҙәге, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға тапшырыла. Әйткәндәй, «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» акцияһына август аҙағында йомғаҡ яһаласаҡ һәм иң әүҙем меценаттарҙы рәхмәт хаттары менән билдәләнәсәк.

Хәйриә акцияһында район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов һәм уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Роза Рәсембәтова, ауыл биләмәләре хакимиәттәре, райондың 20-гә яҡын ойошмаһы, шул иҫәптән «Хәйбулла хәбәрҙәре» һәм «Хайбуллинский вестник» район гәзиттәре редакциялары, Мәғариф идаралығы, Аҡъяр ауылының «Бәпембә» балалар баҡсаһы, Хәйбулла районының ветеринария станцияһы, район музейы, үҙәкләштерелегән китапханалар системаһы, район мәҙәниәт йорто, ДОСААФ, мәшғүллек үҙәге һәм башҡалар ҡушылды.

Аҙ тәьмин ителгән, ишле, тулы булмаған  һәм сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар тәрбиәләүсе ғаиләләрҙәге балаларға мәктәпкә йыйынырға ярҙам итергә теләйһегеҙме? Һеҙҙе Аҡъяр ауылы, М.Гәрәев урамы, 40-сы йорт адресы буйынса көтәләр, телефоны: 2-25-34.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: