СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
15 Июнь 2022, 05:36

Рәсәй Хөкүмәте ауыл ипотекаһы программаһына тағы 7 миллиард һум бүлде

Был транш кредит алғандарға кредит буйынса 3% ставканы һаҡлап ҡалырға һәм тағы ла 17 мең ғаиләгә ипотека алырға мөмкинлек бирә.

Рәсәй Хөкүмәте ауыл ипотекаһы программаһына тағы 7 миллиард һум бүлдеРәсәй Хөкүмәте ауыл ипотекаһы программаһына тағы 7 миллиард һум бүлде
Рәсәй Хөкүмәте ауыл ипотекаһы программаһына тағы 7 миллиард һум бүлде

Премьер-министр Михаил Мишустин вице-премьерҙар менән оператив кәңәшмәлә ошо хаҡта белдерҙе.

«Бүленгән сумманың яртыһы яңы кредиттарға йүнәлтелә, шул рәүешле тағы 17 меңгә яҡын ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртырға мөмкин.

Ҡалғаны быйыл өсөнсө кварталда элек бирелгән 100 меңдән ашыу кредиты хеҙмәтләндереү өсөн тотонола», —  тине Мишустин.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2022-06-14/pravitelstvo-rossii-vydelilo-esche-7-mlrd-rub-na-programmu-selskoy-ipoteki-2839398

Автор:
Читайте нас