СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
10 Июнь 2022, 06:43

Күңел йылыһын өләшә улар

Кешеләргә ярҙам итеү кеүек изге бурыс һалынған социаль хеҙмәткәрҙәр иңенә. Беҙҙең районда ошо яуаплы йөкләмәне “Алтын быуын” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге башҡара. Бөгөн районда 470 оло йәштәге граждан һәм инвалидҡа өйҙәрендә социаль хеҙмәт күрһәтелә. Уларға 23 социаль хеҙмәткәр ярҙам итә.

Күңел йылыһын өләшә уларКүңел йылыһын өләшә улар
Күңел йылыһын өләшә улар

Социаль хеҙмәткәр – физик һәм эмоциональ көс талап иткән һөнәр. Был өлкәлә  эшләүе еңел түгел. Шуға күрә лә социаль хеҙмәткәрҙәрҙең күбеһе был һөнәрҙе йөрәк һәм күңел ҡушыуы буйынса һайлаған. Бөгөнгө һүҙебеҙ эшен мөкиббән китеп башҡарған, инәй-олатайҙарҙы ярҙамынан ғына түгел, йылы һүҙенән дә өҙмәгән социаль хеҙмәткәрҙәр тураһында барыр.

Юлбарыҫ ауылынан Гөлнара Байғужина һәм Иҫәнгилденән Гөлнур Галина “Алтын  быуын” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгендә социаль хеҙмәткәр булып эшләйҙәр. Икеһенең дә иңендә оло тормош тәжрибәһе. Улар хеҙмәтләндергән ололар әйтеүенсә, үҙ эшенә яуаплы ҡараған, изге күңелле кешеләр. Һәр ҡайһыһын инәй һәм олатайҙар иң ҡәҙерле ҡунағы кеүек көтөп ала.

 

Мәҡәләне тулыраҡ гәзитебеҙҙең 23-сө һанында уҡығыҙ.

Автор:
Читайте нас