СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
27 Май 2022, 12:01

3-7 йәшлек балаларға түләүҙәр буйынса ҡайҙа шылтыратырға?

    

3-7 йәшлек балаларға түләүҙәр буйынса ҡайҙа шылтыратырға?3-7 йәшлек балаларға түләүҙәр буйынса ҡайҙа шылтыратырға?
3-7 йәшлек балаларға түләүҙәр буйынса ҡайҙа шылтыратырға?
27 майҙан Башҡортостандың ситуация үҙәге 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балаһы булған ғаиләләргә түләүҙәр мәсьәләләре буйынса шылтыратыуҙар ҡабул итә башлай.

Республикаға идара итеү үҙәге хеҙмәткәре Алиса Шәмсетдинова Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Сәләм» тапшырыуы эфирында әйтеүенсә, бөгөн операторҙар көндөҙгө сәғәт 3-тән һуң, һуңынан көн һайын иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй.

Ситуация үҙәгенең ҡыҙыу бәйләнеш номерҙары: +7 (347) 218-19-19, 122. Бынан тыш, белгестәр ярҙамында башҡа социаль әһәмиәтле темалар буйынса (эшҡыуарлыҡҡа дәүләт ярҙамы, ковидты иҫкәртеү) консультация алырға мөмкин.

 

 

Фото:Олег Яровиков

Видео:Башҡортостан Республикаһына идара итеү үҙәге
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас