СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
18 Май 2022, 17:51

Файҙалы осрашыуҙар марафоны

Аҡъяр күп функциялы үҙәгендә Ғаилә аҙналығы сиктәрендә сара ойошторолдо

Файҙалы осрашыуҙар марафоныФайҙалы осрашыуҙар марафоны
Файҙалы осрашыуҙар марафоны

Ғаилә аҙнаһы сиктәрендә,  Аҡъяр ауылының күп функциялы үҙәгендә файҙалы осрашыуҙар марафоны үтте. 

Махсус саҡырылған спикерҙар  ата-әсәләр һәм балаларға консультациялар бирҙе.

“Әгәр дәүләт имтихандары ваҡытында  белгәндәремде онотһам”, “Балаларҙа нисек үҙаллылыҡ тәрбиәләргә”, “Нисек эске ресурсты һәм тотороҡлолоҡто һаҡларға”, “Нисек эмоциональ яҡтан көслө булырға”, “Ауыр тормош хәлендә ҡалғанда нисек балаларҙы яҡларға, балалар менән үҙ-ара мөнәсәбәт” һәм башҡа ошондай һорауҙар яңғыраны марафонда. Хәйбулла районы Ғаилә хеҙмәте психологы Гөлиә Нураева,  ғаилә менән эшләү белгестәре Фларида Ҡоҙабаева, Сәриә Билалова,  район мәғариф идаралығының социаль-псхология хеҙмәте методисы Дилә Ҡырымғужиналар һорауҙарға төплө яуап бирҙеләр.

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас