СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
26 Март 2022, 16:47

Сабыйҙарға ярҙам итәйек

Хәйбулла районы Ғаилә хеҙмәте 2 айлыҡ сабыйҙарға ярҙам итеүҙә ҡатнашырға саҡыра.

Сабыйҙарға ярҙам итәйекСабыйҙарға ярҙам итәйек
Сабыйҙарға ярҙам итәйек

Хәйбулла районы Ғаилә хеҙмәте битараф булмаған кешеләрҙән 2 айлыҡ сабыйҙарға  балалар туҡланыуы өсөн ҡоро һөт ҡатышмалары, памперстар йыйыуҙа ярҙам итеүҙә ҡатнашырға саҡыра.

Йыйылған ярҙам социаль оҙатыуҙа торған һәм ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләгә тапшырыласаҡ. Әгәр ярҙам итергә теләһәгеҙ, Ғаилә хеҙмәте белгестәре менән телефон аша бәйләнешкә инеү йәки әйберҙәрҙе адрес буйынса килтереү һорала.

 

Адрес: Аҡъяр ауылы, Муса Гәрәев урамы, 40 (Хәйбулла районы Ғаилә хеҙмәте).

Белешмәләр өсөн телефон: (834758) 2-25-34.

Һеҙҙең ярҙамығыҙға ышанабыҙ!

 

фото:Башҡортостандың  Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.

Автор:
Читайте нас