СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
20 Март 2022, 04:14

1 апрелдән социаль пенсия арта

Был 4 миллионға яҡын кешегә ҡағыла.

1 апрелдән социаль пенсия арта1 апрелдән социаль пенсия арта
1 апрелдән социаль пенсия арта

1 апрелдән социаль пенсия алыусылар индексацияны иҫәпкә алып түләүҙәр ала башлай. 2022 йылда ул 8,6 процент тәшкил итә. Хөкүмәттең тейешле ҡарары шәмбе көндө баҫылып сыҡты.

«Федераль бюджеттан ағымдағы йылдың аҙағына тиклем индексациялауға 33,7 миллиард һум йүнәлтелә», - тиелә Рәсәй Хеҙмәт министрлығының белдереүендә.

Ведомствола белдереүҙәренсә, 2022 йылда социаль пенсияларҙы индексациялау 7,7 процент кимәлендә планлаштырылған.

«2021 йылда президенттың йәшәү минимумын һәм страховка пенсияларын 8,6% индексациялау тураһында ҡарарҙарын иҫәпкә алып, 2022 йылдың 1 апреленән социаль пенсиялар ҙа 8,6% индексациялана», - тип өҫтәнеләр матбуғат хеҙмәтендә.

 

 

 

фото:Башинформ

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас