СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
15 Март 2022, 10:39

Күп балалы ғаиләләр иғтибарына

-

Күп балалы ғаиләләр иғтибарынаКүп балалы ғаиләләр иғтибарына
Күп балалы ғаиләләр иғтибарына

“Транспорт һалымы тураһында”ғы Законға төҙәтмәләрҙең үҙ көсөнә инеүе менән бәйле күп балалы ғаиләләргә түбәндәге һалым ставкалары ғәмәлдә:

  • Күп балалы тип танылған ата-әсәләрҙең (уллыҡҡа алыусыларҙың) йәки опекундарҙың (попечителдәрҙең) береһен 150 ат көсөнә тиклемге ҡеүәтле еңел автомобилгә, шулай уҡ 125 ат ҡеүәтенә тиклемге автобусҡа – һәр типтағы бер транспорт сараһын һайлап – транспорт һалымын түләүҙән азат итеү;
  • Күп балалы тип танылған ата-әсәләрҙең (уллыҡҡа алыусыларҙың) йәки опекундарҙың (попечителдәрҙең) береһен ҡеүәте 150-нән 200-гә тиклем булған ат көсө ҡеүәтле двигателле еңел автомобилдәргә 50 процент күләмендә һалым түләү (ике һәм унан күберәк транспорт сараһы хужалары өсөн – бер транспорт сараһын һайлап);
  • Шулай уҡ инвалид бала тәрбиәләгән ата-әсәләрҙең (уллыҡҡа алыусыларҙың) йәки опекундарҙың (попечителдәрҙең) береһе ҡеүәте 150 ат көсө булған двигателле еңел автомобилдәргә һалымдан азат ителә (ике йәки унан күберәк транспорт сараһы булғандар – бер транспорт сараһын һайлап).

Фото: Яндекс.Дзен

Автор:Айһылыу Низамова
Автор:
Читайте нас