СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
13 Март 2022, 05:16

Мираҫ буйынса ҡалған пенсияны нисек юлларға?

    .

Мираҫ буйынса ҡалған пенсияны нисек юлларға?Мираҫ буйынса ҡалған пенсияны нисек юлларға?
Мираҫ буйынса ҡалған пенсияны нисек юлларға?

Рәсәйҙә пенсия страховка һәм тупланма өлөштәрҙән тора. Пенсионер вафат булған осраҡта ике өлөштө лә уның вариҫтары (хоҡуҡи вариҫтары) алырға хоҡуҡлы.

Дәүләт Думаһы эксперттары билдәләүенсә, пенсияның тупланма өлөшөн ҡатын-ҡыҙҙар – 55, ир-егеттәр 60 йәштә рәсмиләштерә ала. Туп­ланма өлөшкә эш биреү­селәрҙең страховка иғә­нәләре, граждандарҙың үҙ иғәнәләре һәм ошо аҡсаны инвестициялауҙан килгән килем иҫәбенә йыйылған аҡса инә. Пенсияның был өлөшө 1967 йылда һәм унан һуң тыуған граждандарҙа туплана (әгәр 2015 йылда улар ошо алымды һайлаған булһа). Әгәр кеше пенсияһының туп­ланма өлөшөнә идара итеүҙе дәүләткә ҡарамаған пенсия фондына тапшырһа, тимәк, тупланма өлөш тап ошо компания ҡарамағында була. Әгәр кеше бер ниндәй ҙә фондты һайламаһа, пенсия Рәсәй фондында һаҡлана.

Пенсияның тупланма өлөшөн түләүҙең бер нисә төрө бар. Пенсия фондынан белдереүҙәренсә, йыйылған аҡса бер тапҡыр бирелә торған түләү рәүешендә күсерелеүе ихтимал. Ул страховка пенсияһына хоҡуҡһыҙ йәки пенсияһының тупланма өлөшө уның дөйөм страховка һәм тупланма өлөштәре күләменең биш проценттан кәмерәк булған граждандарға йыйылған барлыҡ аҡсаһын бер юлы түләүҙе аңлата.

Шулай уҡ ашығыс пенсия түләүе бар. Ул дәүләт менән берлектә финанслау програм­маһында ҡатнашҡан йәки әсәлек капиталы аҡсаһын туп­ланма пенсияға йүнәлткән граждандар өсөн ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһына (шул иҫәптән ваҡытынан алда) хоҡуҡ барлыҡҡа кил­гәндә 10 йыл дауамында ай һайын пенсия түләүҙе аңлата. Йәнә туранан-тура тупланма пенсия бар. Ул ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһы тәғәйенләнгәндә ғүмер буйы ай һайын түләнә торған аҡсаны тәшкил итә.

Пенсия тупланмаһы булған кеше алдан уҡ үҙенең хоҡуҡи вариҫтарын, ошо аҡсаның уларға тәғәйенләнгән өлөштә­рен билдәләй (васыят итә) ала. Бының өсөн Рәсәй Пенсия фондына һәм дәүләткә ҡарамаған пенсия фондына (пенсияның тупланма өлөшө ҡайҙа һаҡланыуға ҡарап) ғариза бирергә кәрәк. Әгәр кеше хоҡуҡи вариҫын бил­дәләмәһә, ул вафат булған осраҡта пенсия туплан­маһына уның туғандары дәғүә итә ала. Тәү сиратта – балалары, хәләл ефете, ата-әсәһе (уллыҡҡа алыусылар), икенсе сиратта – ағай-энеһе, апай-һеңлеләре, олатай-өлә­сәйҙәре, ейәндәре. Бер үк сиратта торған туғандарына пенсия тупламы тигеҙ өлөштә түләнә.

Вафат булған граждандың пенсия тупланмаһына дәғүә итеү өсөн хоҡуҡи вариҫтарға йәки туғандарға был кеше үлгәндән һуң алты айҙан да һуңға ҡалмайынса, Рәсәй Пенсия фондына йәки Дәүләткә ҡарамаған пенсия фондына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Әгәр ошо ваҡыт үтеп китһә, уны судта тергеҙергә тура киләсәк.

Пенсионерға иҫәпләнгән, ләкин ул, вафат булыу сә­бәп­ле, алып өлгөрмәгән страховка пенсияһын туғандары йә­ки уның менән бергә йә­шә­гән кешеләр алырға хоҡуҡлы. Бының өсөн пенсионер вафат булған көндән алты ай эсендә Рәсәй Пенсия фондына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Уның вафатынан һуң алты ай үткәс, алып еткерелмәгән пенсия күләме Гражданлыҡ кодексы менән билдәләнгән дөйөм нигеҙҙә түләнә.

 

Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА

https://bashgazet.ru/articles/sotsial-m-s-l/2022-02-18/mira-buyynsa-al-an-pensiyany-nisek-yullar-a-2697540

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас