СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
25 Февраль 2022, 17:09

Заман саҡырыуҙары яңырып тора

Республика ирекһеҙҙән күсенеп килеүселәрҙе ҡабул итергә әҙер.

Заман саҡырыуҙары яңырып тораЗаман саҡырыуҙары яңырып тора
Заман саҡырыуҙары яңырып тора

Кисә Хөкүмәттәге оператив кәңәшмә, ниһайәт, оффлайн, йәғни ғәҙәти алымда үтте. Был коронавирус буйынса хәлдәрҙең тотороҡлана башлауы тураһында һөйләй. Кәңәшмә күңелле ваҡиға менән башланды: Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө һәм Стәрлетамаҡ митрополиты Владыка Никонды IV дәрәжә Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн ордены менән бүләкләне.

 

Ярҙам тәҡдим итеүселәр күп

 

– Һеҙгә был награданы тапшырыу – минең өсөн оло хөрмәт. Һеҙ беҙҙең өсөн күп йылдар дауамында рес­публикабыҙҙа милләт-ара һәм конфессия-ара тотороҡлолоҡто, тыныслыҡты һәм дуҫлыҡты һаҡлауға булышлыҡ иткән дини лидерҙарҙың береһе булып тораһығыҙ, – тине Радий Хәбиров.

Владыка Никон үҙ сиратында юғары дәүләт наградаһы өсөн рәхмәт белдерҙе. Ул шулай уҡ республикала йәшәүселәргә Донецк һәм Луганск республикаларынан эвакуацияланған кешеләргә ярҙам күрһәтеүҙе һорап мөрәжәғәт итте.

Ысынлап, республикабыҙ бөгөндән Луганск һәм Донецк республикаларынан эвакуацияланған кешеләрҙе ҡабул итергә әҙер. Был эште ойоштороу өсөн Башҡортостанда оператив штаб булдырылған.

– Тиҙҙән тәүге күсенеүселәрҙе ҡабул итәсәкбеҙ, улар – ике мең самаһы кеше. Беҙ мобиль урынлаштырыу пункт­тары астыҡ та инде. Кешеләрҙе йылы ҡабул итеүгә айырыуса иғтибар бүлергә кәрәк, унда башлыса оло йәштәгеләр, ҡатындар һәм балалар. Балалар бөтә кәрәкле мәктәп кәрәк-ярағы, дәреслектәр менән тәьмин ителергә, мәктәптә уҡый башларға тейеш, – тине Радий Хәбиров.

Радий Фәрит улы эвакуацияланған граждандар барасаҡ муниципалитет башлыҡтарына кешеләр ҡабул ите­ләсәк урындарға шәхсән барырға һәм шарттар менән, танышырға ҡушты. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы шифаха­наларҙы әҙерләргә тейеш.

– Мине был осраҡта иң ҡыуандыр­ғаны – халҡыбыҙҙың битараф булмауы. Был республикаларҙан кешеләр киләсәк тигән мәғлүмәт барлыҡҡа килеү менән, беҙҙең халыҡ уларға ярҙам итергә теләк белдерҙе. Мәҫәлән, кисә Яңауылдан бер ҡатын үҙ фатирына тотош ғаиләне ҡабул итергә әҙер икәнлеген яҙҙы. Был бик яҡшы, – тине Радий Фәрит улы.

Ысынлап та, республикала уларға төрлө ярҙам күрһәтергә теләгәндәр бик күп. Радий Хәбиров белдереүенсә, инде коронавирус менән көрәштә ыңғай хәл күренә башлағайны, заман беҙгә яңы һынауҙар ҡуя. Был ДНР һәм ЛНР халыҡтарына ярҙамға бәйле, тик Башҡортостан бында ла яуаплы ҡарай һәм уларҙы еңеп сығасаҡ.

 

Һәр кемгә иғтибар кәрәк

 

Иртәгә илебеҙҙә ҙур байрам – Ватанды һаҡлаусылар көнө билдәләнә. Кәңәшмәлә Радий Хәбиров байрамға әҙерлек тураһында әйтте.

– Иң яратҡан һәм мөһим байрам­дарыбыҙҙың береһен – Ватанды һаҡлаусылар көнөн билдәләйбеҙ. Бөтә муниципалитеттарҙа ла саралар уҙғарыуҙы һорайым. Шәмбенән алып байтаҡ сикләүҙәрҙе бөтөргәнде беләһегеҙ. 23 февралдә республика кимәлендәге саралар ҙа буласаҡ – сәскә һалыу, тантаналы ултырыш, бай программа көтөлә, – тине Радий Хәбиров.

Шулай уҡ ул район хакимиәттәре башлыҡтарына хәрби хәрәкәттәр ветерандары һәм хәрби бәрелештәрҙә һәләк булғандарҙың ғаиләләре өсөн ҡотлауҙар ойошторорға ҡушты.

“Әлбиттә, хәрби хәрәкәттәр барышында зыян күргән яугирҙәр һәм отставкалағы офицерҙар, хәрби хеҙмәт инвалидтары һәм башҡалар иғтибарҙан ситтә ҡалмаһын – был бик мөһим. Шулай уҡ һәләк булған һалдаттарҙың ата-әсәләре онотолмаһын”, – тине Радий Хәбиров.

 

Сир кәмей башланы

 

Үткән аҙна аҙағында Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле сикләүҙәр бөтөрөлә башланы. Иң мөһиме, шәмбенән алып йәмәғәт урындарында QR-кодтар күрһәтеү талабы ғәмәлдән сығарылды. Был республиканың коллектив иммунитетҡа өлгәшеүе менән бәйле. Әммә әле коронавирус сигенде тип әйтергә иртә. Вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һуңғы һандар менән таныштырҙы.

21 февралгә ҡарата пандемия башланғаны бирле республикала 194 мең кешегә коронавирус диагнозы ҡуйылған. Һуңғы тәүлектә 4380 яңы осраҡ теркәлгән. Һандар ҙур кеүек күренһә лә, улар кәмей башлаған.

– Беҙҙә яңынан сирләп киткән осраҡтар кәмей башланы. Һуңғы тәүлектә 612 кеше һауыҡты. Сирле­ләрҙең күпселеге өйҙә дауалана, – тине Максим Забелин.

Йоғошло сирҙәр менән ауырығандар өсөн 3500 урын әҙерләнгән, уларҙың 80 проценты биләнгән. 33 кешенең хәле ауыр тип баһалана, улар – реанимация бүлексәһендә. Министр белдереүенсә, Башҡортостанда 2,4 миллион кеше коронавирусҡа ҡаршы прививка яһатҡан. Был тейеш булғандарҙың 98,3 проценты.

Башҡортостан буйынса “Роспотребнадзор” идаралығы етәксеһе Анна Казак белдереүенсә, беҙҙә грипп һәм ОРВИ менән сирләгәндәр һанының да кәмеүе күҙәтелә. Бер аҙна эсендә кәмеү 32,8 процент тәшкил иткән. Анна Казак һүҙҙәренсә, 21 февралгә республикала грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы буйынса 141 класс һәм 11 мәктәп тулыһынса ябылған.

 

Сағыу йыл көтә

 

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы һәм Туған телдәр көнөн билдәләү уңайынан үткәрелгән саралар тураһында һөйләне. Әйткәндәй, уның сығышы башҡорт телендә булды.

– Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы сиктәрендә Башҡорт­останда бихисап саралар үтәсәк. Мәҫәлән, Милли музейҙа “Евразия халыҡтарының эпик ҡомартҡылары” тип аталған күргәҙмә асылды, – тип башланы Азат Бадранов.

Кисә Халыҡ-ара туған телдәр көнө республикала киң билдәләнде. Эпидемиологик хәл арҡаһында Туған телдәр көнөнөң байтаҡ саралары онлайн йәки ҡатнаш рәүештә үтте. Был – флешмоб, викториналар, конкурстар, спектакль һәм концерттарҙың онлайн күрһәтелеүе. Социаль селтәрҙәрҙә Рәми Ғариповтың шиғырҙарын яттан һөйләү флешмобы башланып китте. Туған телдәрҙе пропагандалауҙа интернет-ресурстарҙың әһәмиәтен иҫәпкә алып, төбәктә Башҡорт википедистарының форумы ойошторолдо. Конгресс-холл бинаһында “Урал батыр” эпосын өйрәнеү буйынса төбәк-ара конференция, ә республика мәктәптәрендә тематик асыҡ дәрестәр үтте.

Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылына ярашлы, Башҡортостан Хөкүмәте барлыҡ ведомстволар ҡатнашлығында 60-тан ашыу сара туплаған план ҡабул иткән. Был план  муниципаль райондар һәм ҡала ок­ругтарының хакимиәттәренә  еткерелгән.

– Киләһе йылда башҡорт сәсән­дәренең үҙенсәлекле сәнғәтен йәйелдереү буйынса эште көсәйтергә ниәтләйбеҙ. Беҙ сәсәндәр мәктәбен булдырҙыҡ, улар республиканың рәсми документтарына индерелде һәм  “Халыҡ сәсәне” тигән почетлы исем бирелә башланы, – тине Азат Бадранов. – Киләсәктә халыҡ кәсептәрен һаҡлау, үҫтереү һәм киң таратыу менән бәйле фестиваль хәрәкәтен дә яңы кимәлгә сығарыу бурысы тора. Боронғо халыҡ кәсептәре һәм һөнәрҙәре (халыҡ уйын ҡоралдарын яһау, ҡорама ҡорау, балаҫ һуғыу, башҡорт шәле бәйләү һәм башҡа һөнәрҙәр) мотлаҡ үҫеш алырға тейеш.

Халыҡ йырҙарын һәм бейеүҙәрен башҡарыусылар конкурстары, милли мәҙәниәттәр фестивалдәрен үткәреү ҙә күҙ уңында тотола.

 

Һалым керемдәре арта

 

Кәңәшмәлә Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе вазифаһын баш­ҡарыусы Денис Марясев сығыш яһаны һәм 2021 йылда ведомство эшмәкәр­легенең йомғаҡтары менән таныштырҙы. Уның белдереүенсә, Башҡортостандың йыйылма бюджетына һалым керемдәре өстән бер өлөшкә артҡан.

Дөйөм алғанда, 2021 йылда Башҡортостан биләмәһендә бөтә кимәлдәге бюджеттарға 393 миллиард һум һалым индерелгән. 2020 йыл менән сағыштырғанда, һалым керемдәре 6,3 процентҡа йәки 23,186 миллиард һумға артҡан.

Ғәҙәттәгесә, республика йыйылма бюджетының һалым килемдәренең төп өлөшөн – 70 процентҡа тиклемен – нефть сығарыу һәм эшкәртеү, сауҙа, транспорт һәм сәнәғәт секторының эре ойошмалары формалаштыра. Бюджет­тың табыш өлөшөнөң яҡынса 20 проценты бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарынан керемдәр менән тәьмин ителгән.

Әле Федераль һалым хеҙмәте сайтында физик берәмектәр өсөн шәхси кабинетты Башҡортостанда йәшәгән миллиондан ашыу кеше ҡуллана. Денис Марясев белдереүенсә, Башҡортостан һалым органдарының сервисы эше һәйбәт ойошторолған. 

Кәңәшмәлә ҡаралған тағы бер тема республиканың газ-мотор яғыулығы баҙарын үҫтереүгә арналды. Был турала республиканың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев менән транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев һөйләне.

 

Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.

https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2022-02-22/zaman-sa-yryu-ary-ya-yryp-tora-2694098

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас