

Башҡортостандың Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәгенә 19 февралдән урындағы халыҡтан Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан эвакуацияланғандарға ярҙам күрһәтеү тәҡдиме менән150-гә яҡын мөрәжәғәт килгән.
Үҙәк етәксеһе Римма Үтәшева республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә хәбәр итеүенсә, әлеге ваҡытта ЛНР-ҙан һәм ДНР-ҙан Башҡортостандағы туғандарына ҡунаҡҡа тип килгән 15 кеше шылтыратҡан.
«Башҡортостанда йәшәүселәр төрлө ярҙам күрһәтергә — урын, транспорт бирергә әҙер, йыйылған аҡса, балалар әйберҙәре лә бар», — ти Үтәшева.
Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге көн һайын иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй. 8(347) 218 19 19 19 телефоны буйынса шылтыратырға мөмкин.
https://bash.bashinform.ru/news/social/2022-02-21/respublikany-situatsiya-gen-dnr-an-m-dnr-an-evakuatsiyalan-andar-a-yar-am-ite-s-n-150-n-n-ashyu-m-r-zh-t-kilg-n-2701639