

«Йорттарын ҡалдырып китергә мәжбүр булғандар хәҙер ваҡытлыса һәм даими торлаҡ биреү тәртибе, тейешле документтар юллау, социаль тәьминәт кеүек төрлө юридик мәсьәләләр менән осрашырға мөмкин. Юристарыбыҙ ЛНР һәм ДНР ҡасаҡтарына хоҡуҡи ярҙам күрһәтергә әҙер», – тине Ассоциацияның Башҡортостан бүлексәһе рәйесе, Дәүләт Думаһының Дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Ирина Панькина.
Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе юристарынан хоҡуҡи консультация алыу өсөн алдан яҙылырға кәрәк. Граждандарҙы ҡабул итеү графигына һылтанма: https://alrf-rb.ru/workschedule.
Бынан тыш, бүлексәлә уникаль майҙансыҡ – «Просто Право» онлайн-ҡабул итеү бүлмәһе эшләп килә, унда онлайн форматта эксперттарға юридик һорауҙар бирергә мөмкин.
фото:Ксения Калинина